Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡанун проекты әҙерләгән. Уға ярашлы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы ваҡытлыса ябырға була. Бының өсөн айырым талаптар ҡуйыла. Транспорт ваҡиғаһы, ғәҙәттән тыш хәл, ремонт, ҙур саралар үткәреү ваҡытында юлдарҙа хәрәкәтте туҡтатырға рөхсәт ителә.