СССР-ҙың спорт мастеры Фәрит Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған ярыштарҙа 13 йәшкә тиклемге дзюдосылар ҡатнаша. Йыл һайын үткәрелгән турнирҙа рекорд ҡуйылды. Был юлы -1000-дән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны.
Локодзюдо балалар араһында иң күләмле ярыштарҙың береһе. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, төрлө илдәрҙән иң көслө спортсылар ҡатнаша. Быйылдан турнир халыҡ-ара статусҡа эйә. Өфөгә 8 сит ил вәкиле килде. Улар - Әрмәнстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Грузия,Ҡаҙағстан, Тажикстан, Белоруссия һәм Үзбәкстан. Рәсәй спортсылары 38 төбәктән йыйылды.
«Локодзюдо» буйынса ярыштар 4-се йыл рәттән Башҡортостанда уҙа. Башта турнир Туймазыла ойошторолған. Ике йыл элек спорт сараһы Өфөгә күсерелгән.
Йыл барышында «Локодзюдо» турниры 11 этапта уҙа. Һәр осрашыу йомғаҡтарынан дзюдосылар рейтинг мәрәйҙәре йыя. Тап ошо мәрәйҙәр буйынса спортсылар киләһе этапҡа һайлап алына.
Спортсыларҙың да, тамашасыларҙың да эмоциональ һәм көсөргәнешле осрашыуы 38 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында финалда булды. Татамиҙа миҙгел рейтингы лидерҙары Самир Абазов менән Әмин Айбазов осрашты. Өс минут дауамында улар мәрәй йыйыу өмөтө менән ныҡышмалы көрәш алып барҙы. Һөҙөмтәлә Әмин Айбазов еңеүсе.
Локодзюдо балалар лигаһы турнирҙары 8-се йыл рәттән үткәрелә. Сара үҙенең оҫталығын, тупланған тәжрибәһен күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Дзюдосыларға ярыштың тағы ла 7 этабын үтәһе бар. Һәр ауырлыҡ категорияһынан юғары рейтинг мәрәйҙәре йыйғандан һуң иң көслө 9 спортсы декабрҙә Мәскәүгә суперфиналға юллана.
Гүзәл Борханова