Өфөлә «Велоэкипаж - ҡаланың күҙҙәре һәм ҡолаҡтары» пилот проекты старт алды

Уға ярашлы, Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре велосипедта баш ҡала урамдары буйлап патрулгә сыға. Патруль юл буйлап йәйәүлеләр, велосипедсылар йөрөгән урындарҙан үтә. Социаль проект мохтаж кешеләргә ярҙам итеүгә ҡоролған. Патрулдә ҡатнашыусы кәрәкһә дарыу йә һыу бирә, юл ҡағиҙәһен боҙоусыны иҫкәртә ала. Ведомство тарафынан пилот проекты Башҡортостанда тәүге. Быға тиклем велопатруль проекты Мәскәүҙә эшләй башланы.

Велопатруль Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үткәрелә. Проект юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Мәҫәлән, самокатта, велосипедта йөрөүселәр юлды йәйәү сығырға тейештәр. Был ҡағиҙә боҙолһа, патруль ваҡытында иҫкәрмә яһала.

Илья Крюков Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы