Радий Хәбиров май башында Башҡортостандан 2024 йылдың 1 майынан 31 авгусына тиклем килешеү төҙөгәндәргә 205 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ә 195 мең һумды контрактсы оборона министрлығынан аласаҡ. Өҫтәүенә, республика ҡала һәм район хакимиәттәренең күбеһе үҙ түләүҙәрен дә индерҙе. Дөйөм алғанда бер тапҡыр түләнгән аҡса күләме уртаса 500-600 мең һум килеп сыға.
Республика комиссариатынан белдереүҙәренсә, түләү артыуы контракт буйынса хеҙмәткә китергә теләүселәрҙе лә арттырған. Контракт буйынса хеҙмәткә ир-егеттәр 18 йәштән 65 йәшкәсә ҡабул ителә. Махсус хәрби операция биләмәһенә 45 йәшкә тиклемге медицина өлкәһендә белеме булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа юллана ала.