Бөтәһе лә еңеү өсөн! Туймазы районы «Еңеү ептәрен үрәбеҙ» ирекмәндәр клубы махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр эшләй башлаған ойошма алғы һыҙыҡҡа 1500-ҙән ашыу окоп шәме, 120 нашлемник, 85 маскировка селтәре һәм 25 костюм оҙатҡан. Ирекмәндәр әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, кәрәк әйберҙәрҙе үҙҙәре менән алып китә.
Маскировка селтәрҙәрен үрергә күрше Илсембәт ауылы ирекмәндәре өйрәткән. Оҫталыҡ дәресенән алған шөғөлдө Кәкребаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем ҡуллана. Сеймал менән ауыл халҡы, эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итә. Мәҫәлән Әбүзәр Мөслим улы маскировка селтәрҙәре өсөн материал һатып алыуға 30 мең һум аҡса күсергән.