Мәскәүҙең үҙәк кинематографистар йортонда Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан»киностудияһының ике фильмының премьераһы үтте. Документаль һәм уйын таҫмаларын экранға сценарист Мәғәфүр Тимербулатов, режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова һәм композитор Камил Абдуллин сығарған. «Ап-аҡ ҡар» фильмы башҡорт ауылынан бер һүҙ ҙә русса белмәгән ҡыҙҙың һәм башҡортса аңламаған рус ҡыҙының дауахананың бер палатаһына эләгеүе хаҡында һөйләй. Икеһе лә уртаҡ тел таба һәм был танышыу тора-бара ҙур дуҫлыҡҡа әүерелә.
Икенсеһе документаль фильм. Ул почтальон Алена Алеева тураһында. Хат ташыусы сирек быуат дауамында Павловка һыуһаҡлағысы, Өфө йылғаһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға почта һәм тормош-көнкүрештә кәрәкле тауарҙар ташый, йәй кәмәлә, ә ҡыш ҡаргиҙәрҙә йөрөп эшләй.