Мәскәүҙә 32 йыл элек Өфө нефть эшкәртеү заводында ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеүселәргә республиканың юғары наградалары тапшырылды. 2022 йылдың декабрендә Радий Хәбиров был техноген фажиғәгә юл ҡуймаусы геройҙар- Виталий Аппель менән Камил Мөхөтдиновты Шайморатов ордены менән бүләкләгәйне. Ул ваҡытта ҡотҡарыу эшендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Өфөгә килә алманы. Ләкин награда үҙ геройҙарын тапты.
Улар 1991 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡыйшая башлаған 150 метр бейеклектәге сәнәғәт торбаһын шартлатып дөрөҫ йүнәлештә ауҙара. Шул рәүешле улар техноген фажиғәгә һәм сәнәғәт предприятиеһы юҡҡа сығыуына юл ҡуймай. Был ваҡиға хатта Гиннес рекордтар китабына индерелә. Бөгөн ҡотҡарыусылар эше уҡытыу методикаһында ла ҡулланыла.