Педагогтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен данлаған баҡыр һәйкәлде асыу тантанаһына урындағы халыҡ, уҡытыусылар, депутаттар , йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Сарала тиҫтә йылдар мәктәптәрҙә эшләгән, мәғариф системаһында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән тәжрибәле белгестәр тәбрикләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Яғымлы ла, талапсан да уҡытыусы образы баҡыр һәйкәл аша ҡарай. Красноусол ҡасабаһында асылған һынлы статуя ғүмерен балаларҙы уҡытыуға, тәрбиәләүгә бағышлаған оло йөрәкле һөнәрмәндәрҙе сағылдыра. Һәр уҡыусының тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған , белем донъяһына әйҙәгән белгестәр хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Уҡытыусы һөнәрен данлап һәйкәл асыу идеяһы осраҡлы барлыҡҡа килмәгән. 2023 йылда республикала иғлан ителгән остаз йылы уңайынан Ғафури районы педагогтарына дан һәм хөрмәт һәйкәл аша мәңгеләштерелде.
Һәйкәл скульпторы Руслан Йомағолов Ғафури районында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән . 500 килограмм баҡырҙан торған объектты ул өс ай эсендә ҡойған. Баҡыр объект сифаты , ныҡлығы , матурлығы менән айырылып тора ти, тәжрибәле скульптор .
Уҡытыусы баланы оло тормошҡа аяҡ баҫтырған , белем һәм һөнәр донъяһына килтергән остаз булып тора. Башҡортостанда уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү , эш шарттарын яҡшыртыу, уларға гранттар һәм дәүләт ярҙамын бүлеү буйынса күп яҡлы эш алып барыла. Уҡытыусы менән уҡыусы һәйкәле лә педагог һөнәренә хөрмәт һәм ихтирам билдәһе.
Флорида Ким