Башҡортостан Башлығын һайлау 8 сентябргә тәғәйенләнде

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта тейешле ҡарар ҡабул итте. Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡортостан башлығын һайлау мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға. Республиканың тотороҡло үҫеше һайлауҙың һөҙөмтәһенә бәйле. 8 сентябрҙә беҙ киләсәк өсөн тауыш бирәбеҙ”, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, 30 йәше тулған һәм даими Башҡортостанда йәшәгән кеше республика етәксеһе вазифаһына һайлана ала.  Кандидат башҡа ил гражданы булмаҫҡа тейеш.