Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла

Тәүге модулле комплекстар Сибайҙа һәм Мәсәғүттә була. Яңыртыу "Демография" милли проекты буйынса алып барыла. Уға ярашлы, хеҙмәттәр күрһәтеү системаһы үҙгәрә, шулай уҡ быйыл бөтә филиалдарҙа ремонт уҙғарыла. Ремонт финанс яҡтан отошло булмаһа, модулле үҙәктәр төҙөлә.  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Сибайҙа һәм Мәсәғүттәге үҙәктәрҙең һәр береһендә егермегә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Ошондай уҡ модулле комплекстарҙы Туймазыла, Бишбүләк, Бүздәк, Мишкә райондарында төҙөү планлаштырыла.