Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Өфө ауылында урынлаша. Шулай уҡ Әлибай, Беренсе май, Рафиҡ, Яңы Петровка, Петропавловкский, Беренсе Мырҙа, Түбәнге Ысмаҡ ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Амбулатория ике меңгә яҡын кеше өсөн тәғәйенләнә. Быйыл республикала 19 табип амбулаторияһы, 100-ҙән ашыу фельдшер-акушер пунктын төҙөү планлаштырыла.