Куйбышев тимер юлы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Новиков ошо турала белдерҙе. Ул тимер юлдың 150 йыллығы уңайынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында сығыш яһаны. “4 айҙа поездарҙа 1 миллион 700 мең пассажир йөрөгән. Был һан, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 22 ярым процентҡа күберәк”, - тине Дмитрий Новиков. Ул маршруттарға яңы поездар сығыуы хаҡында ла белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДмитрий Новиков белдереүенсә, ҡала яны поездарының маршруты оҙайтыла. Тимер юл транспорты туристар ағымын арттырыуға ла булышлыҡ итә. Былтыр “Урал легендаһы” һәм “Айғыр” поездарында 100 мең самаһы пассажир йөрөтөлгән.