Быйыл Башҡортостанда 136 йорттоң ҡыйығы ремонтлана

Әле проект документацияһы әҙер, подрядсылар менән килешеүҙәр төҙөлгән, ҡайҙалыр эш башланған да инде. Ноябргә бөтә объекттарҙа ла ремонт тамамланасаҡ. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, республикала өсөнсө йыл инде бюджеттан ҡыйыҡтарҙы төҙөкләндереүгә аҡса бүленә. «Беҙ был программаны ауыл халҡына ярҙам итеү өсөн башланыҡ. Әгәр муниципалитетта күп фатирлы йорттар аҙ булһа, капиталь ремонтҡа иғәнәләр ҙә самалы йыйыла. Шуға ла программа берлектә финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла.

Аҡсаның бер өлөшөн - республика ҡаҙнаһы, бер өлөшөн муниципаль бюджет бүлә, милекселәрҙең иғәнәләре лә иҫәпкә алына. Йыл һайын был сумма арттырыла. Ике йыл элек 118 миллион һум бүленһә, былтыр -149 миллион, быйыл - 670 миллион һум, шуларҙың 450 миллионы - төбәк ҡаҙнаһынан», тип яҙған Башҡортостан башлығы.