Шаран районында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары форумында инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса координация ултырышы үтте.
Хакимиәт белгестәре, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүл граждандар, «Мәктәп эскәмйәһенән эшҡыуарлыҡ» республика проектына әүҙем ҡушылған уҡыусылар ҡатнашлығында ойошторолған сарала райондың иҡтисад, инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бизнес-шерифының эшҡыуарлыҡ һөҙөмтәләре барланды. Киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйылды. Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә етештереүселәрҙе хуплау, мәктәп йылдарынан уҡ эшҡыуарлыҡ темаһына тартылыусы әүҙем йәштәр тырышлығы айырым баһаланды.