20 ауылды хеҙмәтләндерәсәк яңы һыуүткәргес. Ауырғазы районында бер айҙан файҙаланыуға тапшырыласаҡ объект Ғафури районы ауылдарын да һыу менән тәьмин итәсәк. Шулай уҡ көнбайыш урау юлы ауыр тоннажлы автомобилдәр трафигын көйләп, Дәүләкәнгә тиҙерәк барыу етеү мөмкинлеген бирәсәк. Ғәмәлгә ашырылған мөһим проекттар хаҡында киләһе яҙмала.
Ауыл кешеләрен йәшелсә баҡсаһын һыу менән тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәлә. Әлегә был эш лейкаларҙы ҡулланып башҡарыла. 70-се йылдар аҙағында төҙөлгән селтәрҙәр бик иҫкергән, шуға күрә лә улар көслө һыу баҫымын күтәрә алмай. Әлеге ваҡытта ҡулланыусыларға иҫке торбалар аша аҡҡан һыуҙың 50 проценттан ашыуы килеп етмәй. Мәсьәләне хәл итеү өсөн төркөмлө һыуүткәргесен ҡора башлайҙар. Объект республика Башлығы контролендә. Иҫке ҡорос торбалар урынына яңы пластиктан булғандары һуҙыла, уларҙың минималь хеҙмәт итеү мөҙҙәте 50 йыл.
45 километр оҙонлоҡтағы һыуүткәргес Ғафури районынан һуҙыла. Әлеге ваҡытта төҙөлөш буйынса эштәрҙең 93 проценты тамам, алда техник тоташтырыуҙы ғына башҡараһы бар, ти белгестәр.
Муниципалитеттар араһындағыТалбазы ауылындағы әһәмиәтле урау юл төҙөлөшө район үҙәген ауыр йөк машиналарынан бушата һәм Дәүләкән яғына юл йөрөү ваҡытын күпкә ҡыҫҡартасаҡ. Эш былтыр сентябрҙә башланған. Һыуүткәргес торбалар тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған, коммуникациялар һуҙылып, юл өсөн нигеҙ әҙерләнә.
Ауырғазы районында беренсе асыҡ стадион төҙөлөшө лә йылдам бара.
Балсыҡ өйөмдәре булған ерҙә тиҙҙән хоккей майҙансығы буласаҡ. Һул яҡтан баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары ла төҙөү планлаштырыла.
500 урынлыҡ трибунаһы булған футбол майҙаны тирәләй йүгереү юлы һалырға, воркаут өсөн майҙансыҡ эшләргә һәм вандалға ҡаршы урам тренажерҙарын урынлаштырыу күҙаллана.
Район үҙәгендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөнә быйыл йәй старт биреләсәк.
Бөтә республикала юлдар, спорт объекттары, күперҙәр, мәктәптәр төҙөү кеүек күләмле проекттар комплекслы ғәмәлгә ашырыла башланы. Был эштәр бөтәһе лә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә халыҡ уңайлы һәм яҡшы шарттарҙа йәшәһен өсөн үтәлә.
Гүзәл Борханова