Өфөлә «Был беҙҙең ғаиләләгесә» Бөтә Рәсәй конкурсы ярымфиналын асыу тантанаһы үтте

Бәйгелә Волга буйы федераль округының ғаилә командалары сығыш яһай. Улар киләһе ике көндә Мәскәүҙә уҙасаҡ финалға путевка өсөн ярыша. Рәсәй президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған проект менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

«Был беҙҙең ғаиләләгесә» конкурсының гимны яңғырай. Залда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 377 ғаилә командаһы, уларҙың 53-ө Башҡортостандан. Бәйгенең һайлап алыу этабы былтыр сентябрҙә старт алғайны, ярымфиналға дистанцион форматта интеллектуаль, ижади эштәрҙе уңышлы үтәгән ғаиләләр генә саҡырылған. Һәр командала кәмендә дүрт кеше, өс быуын вәкилдәре - ата-әсә, балалар һәм олатай-өләсәйҙәре булырға тейеш.

Конкурстың ярымфиналдары Рәсәйҙең һәр округында ойошторолған. Өфөләгеһе һуңғы һайлап алыу майҙансығы. Иң йәш ҡатнашыусыға биш йәш булһа, иң өлкәне 90-ды үткән. Ғаилә йылында уҙғарылған фестивалдә айырыуса яҡташтарыбыҙҙың әүҙемлеге ҡыуандыра.

Волга буйы федераль округының иң яҡшы ғаилә командалары 2 июндә билдәләнә. Ошо ваҡытҡа тиклем ҡатнашыусыларға конкурстың киләһе этаптарын уңышлы үтергә кәрәк. Сараны ойоштороусы булараҡ коммерция булмаған «Рәсәй - мөминлектәр иле» ойошмаһы сығыш яһай.

Рәсәй президенты ғаилә конкурсын иғлан итеү менән проектта ҡатнашыуға иң күп заявкалар тап Волга буйы федераль округынан килде. Конкурста 20 меңдән ашыу ғаилә командаһы ҡатнашты. Бөгөн уларҙың иң яҡшылары ярымфиналға саҡырылды.

Олег Машковцев, Рәсәй Президентының Волга Буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары

«Был беҙҙең ғаиләләгесә» конкурсы финалы Мәскәүҙә үтәсәк, унда барлыҡ округтарҙан дөйөм алғанда 300 ғаилә ҡатнашыу хоҡуғы ала. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса 30 еңеүсегә бишәр миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаттары тапшырыла. Шулай уҡ финалистар ғаилә менән сәйәхәткә путевкалар аласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина