Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар теплоходта сәйәхәт итте

Йолаға әйләнгән сара етеп килгән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө һәм республикала иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә үтте. Малай-ҡыҙҙар өсөн ойошторолған сәфәрҙе БЮТ ижади төркөмө лә оҙатып барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Түҙемһеҙләнеп көтөп алынған көн. Йыл һайын Ленин районы хакимиәте, урындағы инвалидтар ойошмаһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар өсөн теплоходта сәйәхәт ойоштора. Был юлы ла йоланан тайпылмай 60 бала һәм ата-әсәләр иҫтәлекле сәфәргә юлланды.

Ғарифуллиндар ғаиләһе бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Яңы хис-тойғолар балаларҙың һаулыҡ торошона ыңғай йоғонто яһай, тигән фекерҙә ғаилә башлығы.

«Аҡсарлаҡ» теплоходының маршруты ҡаланың төп һыу артерияһы - Ағиҙел йылғаһы буйлап һалынған. Ике сәғәтлек сәфәр ҡыҙыҡлы үтһен өсөн концерт программаһы ла ҡаралған.

Балалар өсөн төрлө конкурстар үткәрелде. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан ошондай сараны уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Уны ойошторорға меценанттар ярҙам итә. Һәр кемдең бала сағы бәхетле, сағыу ваҡиғаларға бай булырға тейеш, тип уйлайбыҙ.

Андрей Семёнов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Йәйгә етерлек көс-дәртте балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә алды. Улар Ағиҙел йылғаһының матурлығына, Өфө ҡалаһындағы үҙгәрештәргә һоҡланып, матур тойғолар менән таралды. Сәйәхәт ысын мәғәнәһендә файҙалы һәм күңелле үтте.

Әлфинә Килдейәрова