Бөгөн «Йәш гвардия»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Өфө буйлап сәйәхәт ойошторҙо.
1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сара баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап ойошторолдо. Балалар Профсоюздар йортоноң тарихы менән танышты. Экскурсия үткәреүселәр Миңлеғәле Шайморатовтың шәхесе һәм уның һәйкәле тураһында һөйләне. Маршрут «Дуҫлыҡ монументы» һәм ҡаланың башҡа тарихи урындары буйлап үтте.