Өфөлә «Клиника, генетика, лаборатория- 2024» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция асылды

Республикала йыл һайын ойошторолған күләмле сарала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре һирәк осрай торған нәҫел ауырыуҙарының молекуляр-генетик үҙенсәлектәре, заманса диагностика һәм дауалау алымдары менән таныштырҙы. Шулай уҡ репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. Республиканың медицина-генетика үҙәге етәкселеге билдәләүенсә, был тармаҡ тиҙ үҫешә. Йәш кадрҙар әҙерләүгә лә иғтибар йылдан-йыл арта.