Һөнәри премия Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған Милли стратегия сиктәрендә үткәрелә. Еңеүгә сәнәғәт һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙән алып матурлыҡ индустрияһына тиклем төрлө өлкәләрҙә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар дәғүә итә ала. Премияны тапшырыу Урал федераль округында башланғайны. Былтыр бәйгелә 650 эшҡыуар ханым ҡатнашҡан. Быйыл конкурсҡа Башҡортостан һәм Пермь крайы йүнселдәре лә ғариза бирә ала. Ҡатнашыу бушлай.