Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре 50-нән ашыу район һәм ҡалала мониторинг үткәрҙе. Белгестәр 400-ҙән ашыу балалар һәм спорт майҙансығын хәүефһеҙлек һәм инвалидтар өсөн уңайлылыҡ талаптарына тикшерҙе. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса һәр өсөнсө майҙансыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн йыһазландырылмаған, бәүелсәктәр именлек талаптарына яуап бирмәй, һырғалаҡтарҙа баҫҡыстар емерелгән, ерҙән тимер сыбыҡтар сығып тора. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тәҡдимдәр район һәм ҡала хакимиәттәренә ебәрелгән.