Алғы һыҙҙыҡтағыларға йәнә бер квадракоптер

Бер ай элек «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге етәксеһе Зөһрә Арсаева «Журналист» ҡушаматлы яугирға дрон һатып алыу башланғысы менән сыҡҡайны. Идеяны коллектив дәррәү күтәреп ала. Радио тыңлаусылары, битараф булмаған кешеләр ярҙамында тиҙ арала тейешле сумма - 250 мең һум йыйылған. Диджи АЙ МЭвик республика башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдиновҡа тапшырылды, яҡын арала ул махсус хәрби операция биләмәһенә юлланып, квадракоптерҙы «Башҡортостан» полкында хеҙмәт иткән коллегабыҙға тапшырасаҡ.

«Журналист» ҡушаматлы яугир былтыр декабрҙә үҙ теләге менән контракт төҙөп, Ватан һағына баҫҡайны. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре исеменән ул акцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Махсус хәрби операция биләмәһендә ошондай квадракоптерҙарға ихтыяж юғары булыуы билдәле.