Республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүгә тотондо

Сәсеү эштәрен тамамлау менән ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн тағы ла бер яуаплы осор башланды. Республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүгә тотондо.

Ошо көндәрҙә Илеш районының «Урожай» тоҡомсолоҡ заводында техника йәнә баҫыуҙарға юлланды. Иҫәнбай һөт-тауар фермаһы базаһы баҫыуҙарында йәшел конвейер эше йәйелдерелгән. Хужалыҡта сенаж өсөн 300 гектар ужым арышы сабылған, 1600 тоннанан ашыу сенаж әҙерләнгән. Эре мөгөҙлө мал рационы нигеҙен тәшкил иткән йәшел мал аҙығының сифаты етештерелгән һөттөң күләменә ыңғай йоғонто яһай һәм ул юғары дәүләт стандарттарына яуап бирә, тип билдәләй идаралыҡтың баш зоотехнигы.