Сара барышында профессиональ һәм һәүәҫкәр спортсылар ҡала урамдарынан үтә. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе майҙанында күңел асыу майҙансыҡтары эшләй, үҙенсәлекле велосипедтар күргәҙмәһе була, балалар өсөн ярыштар ойошторола. Өфөлә ошондай спорт байрамы иртәгә үтә. Маршрут Ленин исемендәге майҙандан башлана һәм “Ватан” этнопаркына тиклем дауам итә.