“Карауан” сауҙа комплексы һәм Төньяҡ автовокзал биләмәһендә ҡорбан салыу өсөн майҙансыҡтар асыла. Байрам ойошторолған урындарҙа ветеринария хеҙмәттәре эшләй, уларҙың төп бурысы – ниндәйҙер сир билдәләре булған ҡорбан малдарын майҙансыҡҡа килтереүгә юл ҡуймау, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән. Ҡорбан байрамы быйыл 16 июндә билдәләнә.