Ҡала советы депутаттары ошондай тәҡдимде хупланы. Киров районындағы яңы урамға совет һәм рәсәй физигы Альберт Ғәлиевтың исемен биреү башланғысы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сыҡты. Яңы урам Софья Перовская һәм Зәйнәб Биишева урамдары араһында урынлашҡан. Альберт Ғәлиев Өфөлә тыуған. Ул 200-ҙән ашыу фәнни эш авторы. Ғалим плазма һәм йыһан физикаһын өйрәнә.