Радий Хәбиров «Шихан» һыра заводында булды

«Шихан» һыра заводы республика фермерҙарынан арпа һатып ала башлаясаҡ. Был ауыл хужалығы предприятиеларына даими заказ алыу мөмкинлеге бирә. Радий Хәбиров бөгөн заводтың яңы милексеһе менән осрашып артабанғы хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлдарын билдәләне. Тулыраҡ Айнур Кәбиров репортажында.

Хәҙер инде ҡырҡ йыл был ҡаҙандарҙа һоҫла ҡайнаталар. Бер нисә тапҡыр заводтың хужалары, милекселәре алмашынды, әммә етештерелгән тауарҙың сифаты ғына үҙгәрешһеҙ ҡала. Әле предприятиела һыраның ғына егерме төрө шешәләргә ҡойола. Бынан тыш, алкоголһеҙ эсемлектәр, лимонад етештерелә.

Былтыр заводта 8 миллион ярым декалитр һыра һәм башҡа эсемлектәр етештерелгән. Киләсәктә уны арттырыу мөмкинлеге лә бар. Предприятиеның яңы милексеһе ҡур етештереү цехтарын 25 процентҡа һөҙөмтәлерәк итеү, логистиканы яҡшыртыу һәм урындағы бойҙай етештереүселәр менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу йүнәлешендә эшләй.

Предприятие республиканың иң күләмле һалым түләүсеһе лә. Былтыр төбәк ҡаҙнаһына 2 миллиард һумдан ашыу акциз түләнгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, завод Стәрлетамаҡ агломерацияһы өсөн үтә лә мөһим объект һәм уны үҫтереү өсөн республика ярҙам күрһәтәсәк.

Һыра етештереү өлкәһен үҫтереү республика өсөн дә отошло. Сөнки һатылған эсемлектәрҙең йөҙ процент акцизы төбәк ҡаҙнаһында ҡала. Былтыр мәҫәлән, Башҡортостан бюджеты был өлкәнән 8 миллиард һумға яҡын килем алған.

Айнур Кәбиров