Быйыл Өфөлә һыу инеү миҙгелендә 10 пляж эшләйәсәк

Уларҙың барыһы ла йыһазландырылған, һыу төбө таҙартылған. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Ирек Сәғитов рәйеслегендә үткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитет ултырышында хәбәр ителде.

Быйылдан республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мобиль ҡотҡарыу постарын булдырыу буйынса эш ойошторолған, улар башлыса рөхсәтһеҙ һыу инеү урындарына ҡуйыла. 1 июндә Башҡортостанда рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле асыла, тик һауа торошо тотороҡһоҙ булыу сәбәпле, әле һыу ятҡылыҡтарына ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Статистикаға килгәндә, былтыр республикала 117 кеше һыу ятҡылыҡтарында батып һәләк булған, уларҙың 80 проценты йәйге миҙгелгә тура килә.