Юл инспекторҙары ҡағиҙә боҙоусыларҙы туҡтатып, иҫкәртеүҙәр яһаны, әңгәмә уҙғарҙы. Автомобиль юлын үткәндә йәйәү сығырға кәрәк, шулай уҡ шәхси мобиль сарала пассажирҙарҙы йөрөтөү тыйыла. Билдәле булыуынса, былтыр республикала электросамокатҡа бәйле 9 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Быйыл улар ике тапҡырға артҡан.