Өфөлә Арт.Ҡоролтай. Балалар форумы менән «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсына йомғаҡ яһалды

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Арт.Ҡоролтай. Балалар форумы менән «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсына йомғаҡ яһалды. Һәләтле малай-ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡлы проекттарҙа һынап ҡараны, уйындарҙа ҡатнашты. Саранан ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы балалар тауышынан гөр килә Бында «Арт. Ҡоролтай. Балалар» 4-се мәҙәни форумы үтте. Һәләтле балаларҙы үҫтереү, уларҙа милли рух тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараға малай-ҡыҙҙар республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә килгән.

Форумда ҡатнашыусылар өсөн белем биреү, күңел асыу программаһы, интерактив майҙансыҡтар эшләне. Креатив индустриялар мәктәбе, мәҫәлән, сара барышын фотоға, видеоға төшөрөп шунда уҡ уны монтажлап интернет селтәренә һалып барҙы. Роликтарҙы эшләү процессында балалар ҙа ҡатнашты. Шулай уҡ БСТ каналының «Ете егет» проекты авторҙары милли кәсепселек йәрминкәһен тәҡдим итте.

Форумда балалар етди мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе. Пленар ултырыш барышында улар «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән әңгәмәләште. Малай-ҡыҙҙар тура эфир барышында үҙ проекттарын яҡланы.

Форумда «Башҡортостан - Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш» конкурсы лауреаттары сығыш яһаны. Унда «Барыһы ла ғаиләнән башлана» проекты менән 10 йәшлек Әлфинур Мәмбәтова еңеү яуланы.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында 13-сө тапҡыр ойошторолған «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ярҙамында ойошторолған ярыш быйыл 400-гә яҡын баланы берләштергән. Улар вокал, бейеү, ым-ишара телендә йырлау, оригиналь жанр, художестволы уҡыу, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн кейем дизайны эшләү кеүек номинацияларҙа көс һынашты. Быйыл конкурста махсус хәрби операция яугирҙарҙың, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар ҡатнашҡан.

«Арт.Ҡоролтай.Балалар» мәҙәни форумы ҙур Гала-концерт менән тамамланды. Залда йыйылған балалар һәм өлкәндәр өсөн «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы еңеүселәре концерт номерҙары күрһәтте.

Әлфинә Килдейәрова