Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы тәбрикләне. «Геройҙар уҙышы» проекты республикала ике йыл элек тормошҡа ашырыла башлай. «Патриот» паркындағы трасса хәҙер күптәрҙең яратҡан урынына әүерелгән. Бындағы ярыштарҙа 1 мең 700 тирәһе кеше ҡатнашҡан.
Һынау этаптары аша үтергә теләүселәр ойошмаларҙан команда төҙөп тә, ғаиләләре менән дә килә. Профессиональ спортсылар ҙа үҙ көсөн һынап ҡарай. Радий Хәбиров белдереүенсә, Геройҙар уҙышы өсөн трасса төҙөгәндә тап ошо маҡсат ҡуйыла. Һәм бөгөн был проект үҙ маҡсатына өлгәште тип әйтергә мөмкин.
Башҡортостан башлығы Геройҙар уҙышын асыу ярышында еңеү яулаусыларға, призерҙарға бүләктәр тапшырҙы. Уларға киләсәктә лә уңыштар һәм ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмауҙарын теләне. Майҙандағы ҡаршылыҡтар ҙа тап физик һәм рухи яҡтан көслө кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Һынау этаптарын үтеп сығыу ҡатнашыусыларға үҙ-үҙеңә ышаныу хисен, яңы башланғыстарға дарман һәм байрам кәйефе бүләк итә.