Бөгөндән Илеш районында «Орленок» лагеры ла балаларҙы ҡабул итте. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан заманса комплекста йәйге каникулда 300-ҙән ашыу бала ял итер тип көтөлә. Уларҙы күңелле уйындар, бассейн , яңы дуҫтар һәм сәләмәт туҡланыу көтә. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .
«Орленок» балалар ял лагерена иртә таңдан ата-әсәләр , малай-ҡыҙҙар ашыға. Бында балаларҙың беренсе сменаһы башланды. Ял үәм һауыҡтырыу үҙәгенә юлламалар февралдә үк һатылып бөткән. Республиканың төрлө район- ҡалаларынан йыйылған балалар лагерҙа 21 көн ял итеп, көс-дәрт туплаясаҡ .
Лагерҙа ял итеүселәр көнөнә алты тапҡыр туҡлана. Ашарға бешереүҙә Башҡортостанда етештерелгән сифатлы продукция файҙаланыла. Иң мөһиме ял осоронда балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға баҫым яһала. Иркен бассейнда йөҙөү , спорт ярыштары ойоштороу , саф һауала уйнау ҡаралған .
Ҙур лагерь майҙанына балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 71 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Малай-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген тикшереү өсөн медицина пункты ла эшләй .
Быйыл төбәктә йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 1 770 ял үҙәге эшләйәсәк. Ата-әсәләр лагерҙарға түләнгән юллама хаҡының 30 процентың кире ҡайтара ала.
Флорида Ким