Улар Мәләүез районындағы «Дуҫлыҡ» лагерында ял итәсәк. Балаларҙы Өфө тимер юл вокзалында тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар.
Был быйыл Луганск өлкәһенән килгән тәүге төркөм. Балалар Башҡортостанда 21 көн буласаҡ. Улар лагерҙа ял итеүҙән тыш, Башҡортостандың тарихи урындары буйлап сәйәхәт итәсәк, милли-мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙ менән танышасаҡ. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре әйтеүенсә, һуғыш михнәтен үҙ иңендә кисергә был балалар өсөн иң мөһиме тыныслыҡ һәм күңел йылыһы. Улар араһында яҡындарын юғалтыусылар ҙа, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар ҙа бар. Өфө тимер юл вокзалында ҡунаҡтарҙы әкиәт геройҙары ҡаршы алды. Ошонда уҡ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам тамашаһы ойошторолдо.