Өфөнөң Арт-квадрат мәҙәни үҙәгендә ижади күргәҙмә асылды

«Фабрика» универмагының беренсе ҡатында «Кубус» архитектура мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең проекттары ҡуйылған. Ижади эштәр милли мотивтарға арналған. 100-гә яҡын ижади композиция - балалар һәм үҫмерҙәрҙең йыллыҡ уҡыу һөҙөмтәһе. «Кубус» архитектура мәктәбе Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш институтына ҡарай. Күргәҙмә 10 июнгә тиклем эшләй.

Архитектура объекттары, йорттар, балаҫтар - ижади эштәрҙе балалар милли нағыштар менән биҙәргә тырышты. Беҙҙең мәктәп 9 йыл эшләй, бында 60-тан ашыу бала шөғөлләнә. Күргәҙмәлә 6 йәштән 15 йәшкә тиклем малай-ҡыҙҙарҙың ижади эштәре ҡуйылған.

Юлия Сигаль, «Кубус» архитектура-техник мәктәбе етәксеһе