Өфөлә тәүге тапҡыр VK Fest үтте

«Ватан» этнопаркындағы сәхнәлә Рәсәйҙең билдәле артистары, ижади коллективтар сығыш яһаны. Концертҡа тамаша ҡылыуҙан тыш, һәр кем майҙанда ойошторолған мәҙәни-спорт сараларында ҡатнашты, күңел асты. Фестивалдән киләһе яҙма.

Йәйҙең тәүге көнөндә Өфө үҙәгендә йондоҙҙар десанты туҡталды. Вк-фестта Рәсәйҙең билдәле йырсылары тамашасыларға күптән таныш булған хиттарын, яңы композицияларын тәҡдим итте. Рәсәй кимәлендә уҙғарылған күләмле сараны асыу тантанаһында Ольга Бузова ла ҡатнашты. Башҡортостанда ул тәүгә генә сығыш яһамай.

Фестивалгә Башҡортостанда йәшәүселәрҙән тыш, сит төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар килеүе билдәле. Майҙанда улар төрлө жанрҙағы һәм стилдәге йырҙарҙы тыңланы. «Ватан» этнопаркында ғәҙәттәгесә сиҙәмгә ултырып та концертты күҙәтеүселәр күп булды.

Фестиваль ҡатнашыусылар билдәле эстрада йондоҙҙары , юмор оҫталары, блогерҙар менән шәхсән күрешә лә алды. Салауат Юлаев майҙанында автограф сессияларға оҙон сираттар барлыҡҡа килде. Һәр кем кумиры менән осрашырға теләй.

Фестиваль сиктәрендә билдәле спортсылар, блогерҙарға һорау биреү мөмкинлеге лә булды. «Торатау» конгресс-холлында лекторий эшләне. Шулай уҡ сара ҡунаҡтары өсөн асыҡ һауала күңел асыу зоналары эшләне. Әйтәйек, һәр кем яһалма боҙҙа сәкән һуғып, бүләктәр ота алды. Биләмәлә Евразия ғилми-мәғариф үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышыу мөмкинлеге булды. Өфөләге юғары уҡыу йорттары ҡаҙаныштары һәм ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәр менән таныштырҙы.

Мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль уйындар, ҡыҙыҡлы лекциялар - күләмле фестиваль туғыҙынсы тапҡыр дуҫтарын йыйҙы. Өфөнән һуң ул Красноярск, Сочи, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында ойошторола

Гөлназ Хәйбуллина