Рәсәйҙә алимент буйынса бурыслылар реестры булдырыла

Тәүмаҡсат - алимент буйынса бурыслыларҙы эшкә урынлаштырып, балаларға аҡса ҡайтарыу. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙе уңышлы тормошҡа ашыра. Йыл башынан ғына 120 кеше иҫәпкә ҡуйылып, уларҙың дүрттән бер өлөшө хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән, йә эшһеҙлек буйынса пособие ала башлаған. Айырым категория бурыслыларҙы эскелектән дауалау кеүек саралар ҙа күрелә. Киләһе йыл Рәсәйҙә алимент түләүҙәре буйынса бурыстары булған граждандарҙың исемлеге төҙөлөп, асыҡ реестр булдырыу ҡаралған. Был турала Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәләште.