Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан «Hyundai Creta» автомобиле «Hyundai Accen»t менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә һуңғы транспорт сараһының 34 йәшлек водителе ашығыс ярҙам килгәнсе үк вафат була. Икенсе водитель дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.