Тормош сифатын артабан яҡшыртырға. Башҡортостан башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың АСИ версияһы буйынса тормош сифаты рейтингында топ-20 исемлегенә инеүенә аңлатма бирҙе.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Рәсәйҙең 89 субъекты ҡатнашҡан рейтингта был һәйбәт һөҙөмтә. Рейтингта төбәктәрҙең экологик именлеге, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ғаиләләргә ярҙам, таҙалыҡ, хәүефһеҙлек кеүек бик мөһим интеграль күрһәткестәр иҫәпкә алынған. «Агентствоның рейтингыты халыҡ фекерен иҫәпкә алып төҙөүе мөһим. Тимәк, халыҡ тормош сифаты күрһәткесе яҡшырыуын үҙе үк иҫбатлай һәм был эште яҡшы башҡарғанбыҙ тип иҫәпләйек. Беҙ һәр ваҡыт еңергә өйрәнгәнбеҙ. 12-се урын һәйбәт һөҙөмтә, әммә артабан да алға барырға кәрәк, тигән Башҡортостан башлығы.