Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд йыйҙы

Сараға 26 меңдән ашыу велотранспорт һөйөүсе йыйылды. Ғәҙәттәгесә велоуҙыш Ленин исемендәге майҙанда старт алды, артабан уның маршруты ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте һәм «Торатау» конгресс-холында тамамланды.

13 йыл эсендә «1000 велосипедсы көнө» ҙур булмаған саранан тиҫтәләрсә мең кешене берләштергән ҙур фестивалгә әүерелде. Быйыл, традицион велопарадтан тыш, ойоштороусылар икенсе тапҡыр рәттән 16 һәм 50 километрға профессиональ уҙыш үткәрҙе. Унда беҙҙең данлыҡлы паралимпиясылар Александр Давидович һәм Ирек Зарипов та ҡатнашты. Юлдың бер өлөшөн велосипедсылар симфоник оркестр аккомпанементы аҫтында үтте.

Буш ваҡытта ғаиләм менән велосипедта йөрөргә тырышам. Ул спортҡа һөйөү тәрбиәләй, сәләмәт тормошто пропагандалай. Йыл һайын велоуҙышта ҡатнашыусылар һаны арта. Һәм был Башҡортостандың спорт һәм әүҙем кешеләр төбәге булыуын дәлилләй

Руслан Хәбибов, Башҡортостандың Спорт министры