Өфөлә телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт теленең ғаилә фестивале үтте. Арт-квадрат майҙансығында көн дауамында барған сарала төрлө быуын вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, музыка һәм шиғриәт зоналарында сығыш яһаны. Ошонда уҡ милли уйындарҙа ҡатнашыу, башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар һайлау ҙа мөмкин ине. Фестиваль республиканың билдәле башҡарыусыларының концерты менән тамамланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Арт-квадрат майҙансығы халыҡ менән тулы. Быға ошо уҡ көндө ҡаланың башҡа урындарында илдең билдәле артистары ҡатнашлығында ҙур фестивалдең үтеүе лә йоғонто яһамаған. Тамашасы Башҡортостан артистары сығышын һайлауҙы хуп күргән.
Сәхнә түрен халыҡ һөйөүен яулаған билдәле артистар менән бергә, һәүәҫкәр башҡарыусылар ҙа биҙәне. Уларҙың йырҙарын бөгөн йәштәрҙең кеҫә телефонында ғына түгел, радио тулҡындары аша ла йыш ишетергә мөмкин.
Тамашасылар ҙа концерттан ҡәнәғәт ҡалды. Өҫтәүенә, быйылғы фестиваль күләмлелеге менән айырылып торҙо.
Фестиваль Башҡортостан башлығы грантына «Сәсәндәр үҙәге» һәм «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү» ойошмаһы тарафынан ойошторолдо.
Сараны ойоштороусылар йәш башҡарыусылар ижадын таратыу, заман йыр сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсаты ҡуйған. Фестивалдә ҡатнашыусылар туған телдә аралашыуҙың ни тиклем рух күтәренкелеге биреүен үҙ миҫалында иҫбатланы.
Азат Ғәлиуллин