Балалар онкология һәм гематология үҙәгендә башҡарыласаҡ юғары технологиялы трансплантацияға табиптар ҙа, ҡорамалдар ҙа әҙер. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә аҙ мобилле граждандарҙы янғындан һаҡлау ҡорамалдарын урынлаштырыу, йәйге ял осорона аттракциондар әҙерлеге, йәмәғәт майҙандарын йәшелләндереү һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Кеше ғүмерҙәрен һаҡлау - төп бурыс. Башҡортостанда аҙ мобилле граждандарҙы уттан ҡотҡарыу өсөн йорттарҙа GSM модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмары ҡуйыла башлаясаҡ. Пилот проектты тормошҡа ашырыу өсөн Благовещен, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары һайланған. GSM модулле иҫкәртеү ҡоролмаһы хәүефле сигналды ҡотҡарыусыларҙан тыш, граждандың туғандарына, опека хеҙмәткәрҙәренә, ауыл хакимиәтенә лә ебәрәсәк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә республикала тәүге тапҡыр елек күсереп ултыртыу буйынса әмәлиәткә бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Балалар онкология һәм гематология үҙәгендә үтәсәк трансплантацияға тәжрибәле белгестәр, заманса ҡорамалдар әҙерләнгән. Әмәлиәт Башҡортостан медицинаһы өсөн тарихи ваҡиға булараҡ баһалана.
Кәңәшмәнең көн тәртибендәге тағы ла бер һорау - республикала йәйге осорға аттракциондарҙың һәм башҡа күңел асыу техникаһының әҙерлеге. Тикшереүгә һөҙөмтәләре быйыл төбәктә эшләйәсәк 418 аттракциондың бишәүһе хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәүен күрһәткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров файҙаланыуға яраҡһыҙ объекттар өсөн яуаплы вәкилдәргә штраф һалыу кәрәклеген билдәләне, сөнки һүҙ балаларҙың сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге тураһында бара.
Быйыл көҙ республика халҡы Башҡортостан башлығын һайлай. Сентябрҙә шулай уҡ ҡала һәм район депуттарын һайлау ҙа көтөлә. Радий Хәбиров һәр районда кандидаттар исемлегенә махсус хәрби операция ветерандарын да индерергә тәҡдим итте.
Оператив кәңәшмәлә «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы барышында урмандарҙы тергеҙеү эшенә йомғаҡ яһалды.Экологик проект сиктәрендә бөтәһе 2 миллион самаһы үҫенте һәм ағас ултыртылған, күләмле акцияла 133 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Башҡортостан башлығы тәҡдиме буйынса Салауат ере, Нарыҫтау, күсмә цивилизациялар музейы, Патриот паркы кеүек туристик майҙандарҙы ла йәшелләндереү пландары билдәләнде.
ФлоридаКим