Өфөлә Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙарының XXI фестивале старт алды

Ошо уңайҙан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында матбуғат конференцияһы, унан сараны рәсми асыу тантанаһы үтте. Был юлы форум илдең 16 ижади коллективын берләштерәсәк. Улар араһында Салауат һәм Стәрлетамаҡ театрҙары ла бар.

Ижади коллективтарҙың сығышын тамашасы менән бергә, алдынғы театр тәнҡитселәре баһалаясаҡ. Улар «Иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ роле» кеүек төрлө номинацияларҙа билдәләнер тип көтөлә. 2006 йылдан тормошҡа ашырылған проект илдең мөһим саралар исемлегенә ингән. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы ярҙамында үтә.