Башҡортостандан 30-ҙан ашыу эшҡыуар “Агростартап” конкурсында еңеү яуланы

Ауыл хужалығы министрлығында комиссияның йомғаҡлау ултырышы үтте. Быйыл конкурсҡа 172 заявка тапшырылған. Улар араһында 36 фермер грант ала. Эшҡыуарҙарға бизнес-проекттарына ярашлы аҡса бүленә. Быйыл грант суммаһы 149 миллион һумға еткерелде. Фермерҙар һөтсөлөк, балыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, шулай уҡ баҫыусылыҡ буйынса проекттар тәҡдим иткән.