Өфөлә күләмле бәйгенең һуңғы этабына йомғаҡ яһалды. Сарала Волга буйы федераль округы төбәктәренән 400-гә яҡын ғаилә командаһы ярышты. Һәр ҡайһыһында кәмендә дүрт кеше - ғаиләнең өс быуын вәкиле. Улар өсөн сентярбрҙән алып интеллектуаль, ижади конкурстар ойошторолдо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» президент платформаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Финалда ил буйынса барлығы 300 ғаилә командаһы ҡатнаша, уларҙың барыһы ла ҙур сәйәхәткә путевка менән бүләкләнә. Ә 30 еңеүсе 5-әр миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаттары аласаҡ.