Тәтешле районында йырсы Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә фестиваль-конкурс уҙҙы

Тәтешле районында йырсы Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» тип исемләнгән 4-се төбәк-ара фестиваль-конкурс уҙҙы. Күренекле йырсының тыуған көнөндә уның тыуған яғында ойошторолған фестиваль Хәниә Фәрхиҙең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.

Сарала рәсми вәкилдәр, йырсының яҡындары һәм ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Артабан Мәҙәниәт һарайында конкурстың һайлап алыу туры башланды. Конкурсанттар араһында Башҡортостандан тыш, башҡа төбәктәр вәкилдәре лә бар ине. Барлығы 100-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән.

Конкурсанттар башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙоноң йырҙарын башҡарҙы. Гала-концертҡа иң уңышлы башҡарыусылар һайлап алынды. Гран-приға Борай районынан Эрнест Арыҫланов лайыҡ булды.