Ямғыр яуһа ла ҡурҡыныс түгел. Башҡортостанда иҫкергән ҡыйыҡтарҙы капиталь төҙөкләндереү программаһы дауам итә. Өс йыл элек Республика етәксеһе тәҡдиме менән башланған эш төбәк ҡаҙнаһынан финанслана. Быйыл ошо маҡсатта 670 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән 450 миллионы республика бюджетынан. Әле эш район үҙәктәрендә алып барыла.
Емереү-төҙөү түгел. Балта оҫталары ни бары дүрт көн эсендә 40 йылдан ашыу торған иҫке ҡыйыҡты һүтеп ташлап, яңыһының атламаларын ҡуйған. Таҡталар янғындан, сереүҙән һаҡлаусы шыйыҡсалар менән эшкәртелә. Шифер япма, тимергә алыштырыласаҡ. Һәм ҡыйыҡ тағы ла шул сама хеҙмәт итә, ти төҙөүселәр.
Стәрлебаш районы үҙәгенең Төҙөүселәр урамында бер юлы дүрт йорт программаға индерелгән. Береһендә ҡыйыҡ үткән ҡыш уҡ алмаштырылған. Йәмғеһе республикала программаға ярашлы 136 күп ҡатлы йорттоң ҡыйығы яңыртыласаҡ.
Ҡыйыҡтың яңыртылыуын урында йәшәүселәр ҙә түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки таушалған ҡыйыҡтан һыу ағып стеналар ҙа иҫкергән. Ә түбәне яңыртмай тороп, ремонт яһау һөҙөмтәһеҙ. Ә төҙөкләндерелгән йортта йәшәүселәр ҡыуанып бөтә алмай.
Ҡыйыҡтарҙы төҙөкләндереү программаһы күп ҡатлы йорттар аҙ булған район үҙәктәре өсөн отошло. Бында капиталь ремонт иғәнәләре йылына өс миллион һумдан да артмай. Был аҡсалар бер ҡыйыҡты алмаштырырға ла етмәй. Программа ярҙамында яңыртыу күпкә тиҙерәк башҡарыла.