Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Дмитрий Конош менән осрашты

Яҡтар автомобиль һәм тимер юлдарында, тимер юл аша сығыу урындарында хәүефһеҙлекте арттырыу, өлкәләге ҡануниәтте үтәү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Тәүҙә Дмитрий Конош төбәк етәксеһен Виталий Семенов менән таныштырҙы. Ул Волга буйы транспорт прокуратураһының Стәрлетамаҡтағы транспорт прокуроры итеп тәғәйенләнгән.

Радий Хәбиров прокурорға яңы вазифала уңышлы эшләүен теләне. Башҡортостанда транспорттың бөтә төрҙәре лә үҫешкән. Транспорт өлкәһендә хәүефһеҙлекте арттырыу өҫтөндә әүҙем эш алып барыла. Атап әйткәндә, тимер юл инфраструктураһы объекттарында хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бүленә. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Волга буйы транспорт прокуратураһы менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү яйға һалынған, тип билдәләне республика етәксеһе.