Быйыл Ленин районында өс участкала юлдарҙы ремонтлау планлаштырылған. Бөгөн Благовар урамының километрҙан ашыу арауығында фрезерлау эштәре алып барыла. Уларҙы тамамлау сентябрь аҙағында көтөлә. Милли проектҡа ярашлы, быйылғы миҙгелдә Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 29 саҡрымдан ашыу 12 урам-юл селтәре участкаһы ремонтлана.