Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы посына һайлауҙа ҡатнаша

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе бөгөн үткән конференцияла сәйәси фирҡәнең секретары Радий Хәбировты Башҡортостан башлығы посына кандидат итеп тәҡдим итте. Һайлау быйыл көҙ үтә, республика халҡы 8 сентябрҙә киләһе 5 йыллыҡҡа үҫеш курсын билдәләй. Конференцияла ҡатнашыусылар фекеренсә, Башҡортостандың киләсәге Радий Фәрит улы һымаҡ көслө, лайыҡлы лидер ҡулында булырға тейеш. Уларҙың фекерҙәре беҙҙең киләһе репортажда.

Башҡортостандың барлыҡ муниципаль берәмектәренән килгән делегациялар, төрлө һөнәр, милләт, быуын вәкилдәре. Араларында фиҙаҡәр хеҙмәте менән донъя, ил, республика кимәлендә танылыу яулаған билдәле шәхестәр ҙә бихисап. Конференцияла махсус хәрби операция яугирҙары ла ҡатнаша. Уларҙың бөтәһен дә республиканың киләсәк яҙмышы борсой. Башҡортостан әлеге алған үҫеш курсын дауам итергә тейеш, бының өсөн уның ышаныслы ҡулдарҙа булыуы мөһим, ти сарала ҡатнашыусылар.

Радий Хәбировтың кандидатураһын Рәсәй Президенты Владимир Путин хупланы. Төбәк бүлексәһе конференцияһында ҡатнашҡан «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы секретары урынбаҫары Сергей Перминов та Республика етәксеһенең эшен юғары баһаланы. Радий Хәбиров үҙе был осорҙоң ҡатмарлы булыуын билдәләй, әммә Башҡортостан һынауҙарҙы лайыҡлы үтә. Мин алғы һыҙыҡҡа юлланған егеттәребеҙгә улар һәм ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә вәғәҙә бирҙем. Һүҙеңде тотмау ғәҙелһеҙлек һәм яугирҙарға ҡарата хыянат булыр ине. Шуға күрә мин һайлауҙа ҡатнашам, тине Радий Фәрит улы.

Конференцияла ҡатнашыусылар ҙа Радий Хәбировтың махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлеген айырым билдәләй. Был йәһәттән Башҡортостан Рәсәйҙең һәр төбәге өсөн өлгө булып тора.

Сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт, социаль өлкә, инфрастурктура. Ыңғай үҙгәрештәр һәр өлкәлә күҙәтелә. Оҙайлы йылдар дауамында иғтибар бирелмәгән проблемалар ҙа күтәрелә һәм хәл ителә.

Конференцияла Башҡортостандың төрлө ҡала, райондарынан 195 делегат ҡатнаша. Улар һайлау алды программаһын раҫланы, кандидат йәшерен тауыш биреү юлы менән тәҡдим ителде. Радий Хәбиров партия ағзаларына ышаныс күрһәтеүе өсөн рәхмәт белдерҙе, ә журналистар менән интервьюла 5 йыл дауамында ғәмәлгә ашырылған программаларҙың дауам ителәсәген, шулай уҡ яңы проекттарға нигеҙ һалынасағын билдәләне.

Сәйәси кампанияға старт бирелде. Һайлауҙың һөҙөмтәһе халыҡтан тора. Һәм ул Башҡортостандың киләһе 5 йлыға үҫеш курсын билдәләй ҙә инде.

Башҡортостан халҡын көҙ мөһим сәйәси ваҡиға Республика башлығын һайлау көтә. Ул 8 сентябргә тәғәйенләнгән һәм өс көн дауам итәсәк. Берҙәм Рәсәй партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында ғәмәлдәге төбәк етәксеһе Радий Хәбиров кандидат итеп тәҡдим ителде. Радий Фәрит улының кандидатураһын делегаттар 100 процентҡа хупланы.

Рәмзиә Кәримова