«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында күргәҙмә ойошторолдо

Фойела сәйәси фирҡә тормошҡа ашырған проекттар тураһында мәғлүәмт менән танышырға мөмкин. «Берҙәм Рәсәй» партияһы төрлө өлкәләргә йүнәлтелгән ике тиҫтәнән ашыу проектты тормошҡа ашыра. Улар араһында «Кесе ватан мәҙәниәте», «Хәүефһеҙ юлдар», «Сәләмәт киләсәк», «Ныҡлы ғаилә» һәм башҡа проекттарҙы билдәләп үтергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла республикала эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, «Минең карьерам» проекты кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Күргәҙмәләге экспозицияларҙың төп өлөшө махсус хәрби операция темаһына арнала. Майҙанда яугирҙар тураһында мәғлүмәт, ярҙам саралары менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторлған. Мәҫәлән, бында маскировка селтәре үрергә, носилкалар тегергә була.

«Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан» хәрәкәте ирекмәндәре ҡотҡарыу беләҙеге эшләргә өйрәтә. Ул яу яланынынан яралыларҙы тартып сығарырға ярҙам итә.